+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 13:15

Әсәкәйем

Эй, Хоҙайым,үтенеп һорайым, Әсәйемдән беҙҙе айырма.

Эй, Хоҙайым,үтенеп һорайым,
Әсәйемдән беҙҙе айырма.
Яңы ҡалҡып осор сағыбыҙҙа,
Пар ҡанатыбыҙҙы ҡайырма.

Эй, Хоҙайым, атай-әсәйемә,
Һаулыҡ-сәләмәтлек йәлләмә.
Атай-әсәй барҙа ғына донъя,
Ҡояшлы көн кеүек йәмләнә.

Улар ҙа бит беҙгә көнө төнө,
Сәләмәтлек һорай Хоҙайҙан.
Бала һәр сәҡ бала булып ҡала,
Ә беҙ инде күптән ҙурайған.

Әйүпова Вәсилә, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы.
Читайте нас: