Бөгөн Владимир Путин Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһында Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәрә, шулай уҡ ул республика башлығы – Казбек Коков менән дә осраша, - тип хәбәр итте Кремлдең матбуғат хеҙмәте.
“29 ноябрҙә Рәсәй Президенты Ҡабарҙы-Балҡар Республикаһына эш сәфәре менән бара. Нальчикта ул Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет йыйып, Рәсәй Федерацияһының дәүләт милли сәйәсәтен стратегияларын бойомға ашырыу һәм уның маҡсаттары тураһында һөйләшәсәктәр”- тип яҙа хеҙмәт.
Ултырышта Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрв Владимир Мединский менән фән министры Ольга Васильевская ла доклад менән сығыш яһаясаҡ.