Өфө радиоэлектроника, телекоммуникациялар һәм хәүефһеҙлек колледжында WorldSkills стандарттарына тап килгән ҡоролмалар менән йыһазландырылған биш оҫтахана асылды.
Хәҙер колледж студенттары, шулай уҡ профилле предприятиелар хеҙмәткәрҙәре һәм теләгән һәр кем бында компьютерға бәйле төрлө һөнәрҙәр буйынса квалификацияларын үҫтерә ала.
Был оҫтаханаларҙа талиптар төрлө олимпиадаларға, чемпионаттарға әҙерләнә ала. Оҫтаханаларҙың етәкселәре әйтеүенсә, ҡоролмалар IT-өлкәлә иң алдынғы предприятиеларҙа ҡулланыла, хатта уларға ҡарағанда яңыраҡ та.
Лабораторияларҙа талиптар ҡатмарлы схемаларҙы монтажлау, йәбештереү, оптик шкафтарға тоташтырыу, уларға кабель һуҙыу кеүек практик эштәр менән шөғөлләнәсәк. Материалдар бик ҡыйбат тора, әммә “Уфанет” компанияһы колледжға был юҫыҡта ярҙам итәсәк. Ни тиһәң дә, тап ошо колледжда төплө белемле кадрҙар үҫтерелә.
Быға оҡшаш лабораториялар Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла бар. Йыл аҙағына тиклем Әлшәй районының Аксенов ауылында ла асыласаҡ. Был эштәр "Мәғариф" милли проекты сиктәрендә алып барыла.