+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 15:00

Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» форумы эш башланы

Кисә Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы асылды.

Өфөлә «Рәсәй — Ислам донъяһы» форумы эш башланы
«Рәсәй — Ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышы асылды. Быйыл стратегик ҡараш төркөмө ултырышының төп темаһы — «Конфессия-ара татыулыҡ: Рәсәйҙең һәм Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы илдәренең тәжрибәһе». Форум барышында пленар һәм өс эш ултырышы, төбәктең инвестиция йәлеп итеү буйынса күргәҙмәһен ойоштороу күҙаллана. Бынан тыш, Евгений Примаков исемендәге халыҡ-ара премияһын тапшырыу тантанаһы була.
Сарала ҡатнашыусылар Рәсәйҙә нәшер ителгән ғилми-дини хеҙмәттәр күргәҙмәһе менән танышырға мөмкин. Форумдың абруйлы ҡунаҡтары: Рәсәйҙең сит ил эштәр министры урынбаҫары Михаил Богданов, Рәсәйҙең Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһы ҡарамағындағы даими вәкиле Рамазан Абдулатипов, Федерация Советының халыҡ-ара эштәр буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Фәрит Мөхәмәтшин, Рәсәй Сит ил эштәре министрлығының Дипломатик академия ректоры Александр Яковенко.
Ултырыш эшендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың, Татарстан президенты Рөстәм Миңлехановтың, шулай уҡ илдең бер нисә төбәге етәкселәренең ҡатнашыуы көтөлә. Улар иҫәбендә – Дағстан, Чечня, Төньяҡ Осетия-Алания, Адыгей, Ингушетия, Ҡабарҙа-Балҡар, Ҡарасәй-Черкес, Ҡырым.
Ошо минуттарҙа «Рәсәй – ислам донъяһы» стратегик ҡараш төркөмөнөң V ултырышын асып, Төркөм рәйесе – Татарстан президенты Рөстәм Миңлеханов Рәсәй президенты Владимир Путиндың сәләмләүен уҡып ишеттерҙе. Унда, атап әйткәндә, был осрашыуҙың Рәсәй Федерацияһының күп йүнәлештәр буйынса үҙ-ара әүҙем һәм уңышлы эш алып барған Ислам хеҙмәттәшлеге ойошмаһының 50 йыллығы уңайынан уҙғарылыуы билдәләнә.
«Беҙҙе ғәҙел демократик донъя тәртибе принциптарына тартылыу, халыҡ-ара эштәрҙә хоҡуҡтың өҫтөнлөгөн тәьмин итеүгә, бөтә ҡитғаларҙа тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыуға ынтылыу берләштерә. Шуныһы мөһим: Рәсәй һәм ойошма ағзалары глобаль янауҙарға һәм саҡырыуҙарға ҡаршылыҡ күрһәтеү, төбәк конфликттарын көйләү һәм төрлө гуманитар проблемаларҙы хәл итеү буйынса көстәр менән идара итә.
Һеҙҙең алда конфессия-ара диалогты киңәйтеүгә, дини күп төрлөлөк шарттарында граждандар тыныслығын һәм социаль тотороҡлоҡто һаҡлауға ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе ҡарау бурысы тора. Конструктив, йөкмәткеле дискуссиялар үткәрерһегеҙ, ә идеяларығыҙ һәм башланғыстарығыҙ илдәребеҙ, халыҡтарыбыҙ араһында ышанысты һәм үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн хеҙмәт итеренә иҫәп тотам», — тип билдәләнә Рәсәй президентының сәләмләүендә.
Читайте нас: