Әстерхан ҡалаһында йәшәүсе 10 йәшлек Злата Николаева Рәсәйҙең Рекордтар китабына эләккән.
Ҡыҙҙың сәсенең оҙонлоғо - 1 метр ҙа 42 сантимер. Әйткәндәй, беҙҙең "Оҙонсәс" конкурсы еңеүсеһе Заһиҙә Рәжәпованыҡы - 1 метр ҙа 20 сантиметр!
Ҡыҙҙар! Оҙон толомдарығыҙҙы фотоға төшөрөп, беҙҙең төркөмгә һалығыҙ. Бәлки, беҙҙең арала ла Златаны үтеп китерҙәйе барҙыр.