+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 18:45

Республиканан ситтә уҡыусы талиптарға - ярҙам

Айбулат Хажин республиканан ситтә уҡыусы талиптарға ярҙам итергә, шул иҫәптән "Үҙ-ара ярҙам кассаһы"н булдырырға тәҡдим итте.

Башҡортостандан ситтәге юғары уҡыу йорттарында уҡыусы талиптарға ярҙам программаһы булдырыла. Программа сиктәрендә йыл һайын уларҙың осрашыуҙарын ойоштороу, шулай уҡ "Үҙ-ара ярҙам кассаһы"н булдырыу күҙаллана. Бының турала «Мәғариф сәғәте»ндә Башҡортостандың мәғариф министры Айбулат Хажин һөйләне.
" Беҙҙең маҡсат - сит өлкәләрҙәге, ҡалаларҙағы юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингән талиптарҙы республикаға кире ҡайтарыу түгел, ә ярҙам күрһәтеү, — тине Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров. — Күптәре кире әйләнеп ҡайтмаһа ла, ҡурҡыныс юҡ, был уларҙың яҙмышы. Йәштәр тыуған республикаһы менән эмоциональ бәйләнешен юғалтмаһын".
Башҡортостан етәксеһе ниндәйҙер яңы нәмә уйлап сығарыу мотлаҡ түгел тип билдәләне.
Шулай уҡ ул "Үҙ-ара ярҙам кассаһы"н булдырыу идеяһын тулыһынса хупланы. Өйҙәренән алыҫта йәшәгән йәштәргә финанс ярҙамы кәрәк.
"Төрлө хәлдәр була. Мәҫәлән, каникулдар башланды икән ти, ә ҡайтыуға билетҡа аҡса юҡ, шулай килеп сығыуы мөмкин, балалар бит", — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Төркиәлә уҡыған ваҡытын иҫенә төшөрҙө һәм Тунис менән миҫал килтерҙе. Йыл һайын Тунистың Бойондороҡһоҙлоҡ көнөндә ил илселеге вәкилдәре үҙҙәренең студенттарын саҡырып һыйлаған.
"Уларҙың ҡәнәғәт йөҙ менән ҡайтып, беҙгә һөйләгәндәрен әле лә хәтерләйем", — тип өҫтәне Радий Хәбиров һәм Башҡортостандан студенттар ҡатнашлығында ошондай осрашыуҙар форматын әҙерләргә ҡушты.
"Бында йәштәрҙең ҡыҙыҡһыныуҙарын иҫәпкә алырға кәрәк: улар нимә теләй, кемде күрергә теләрҙәр ине. Оҫталыҡ дәрестәре ойоштороу, һыйлау, шулай уҡ концерт йәки дискотека. Мин дә бындай осрашыуға ҙур теләк менән килермен", — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Мәғлүмәт "Башинформ" агентлығы сайтынан алынды.
Фото - Гөлиә Солтанованыҡы.
Читайте нас: