+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 14:15

Уның бер яҡшы яғы ла юҡ

Тыштан кәнфит һымаҡ күренгән ағыулы "имгес"тең составында никотин бар. Ул үҫмерҙә никотинға бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙыҡ күреп кенә тәмләп ҡараған үҫмерҙең ҡанына никотин үтеп инә һәм ағыулай. Һөҙөмтәлә бәлиғ булмаған бала тиҙ ярһыусанға әйләнә, йоҡоһо ҡаса, ашауҙан яҙа.

Халыҡ араһында "снюс" тип аталған имгес тәмәке үҫмерҙәрҙә никотинға бәйлелек барлыҡҡа килтерә, ә бәйлелек үҫмерҙең психикаһын ныҡ ҡаҡшата, йоҡоһон осора һәм һөҙөмтәлә ул тиҙ ҡыҙыусанға әйләнә, - тип хәбәр итәләр Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.
Тыштан кәнфит һымаҡ күренгән ағыулы "имгес"тең составында никотин бар. Ул үҫмерҙә никотинға бәйлелек барлыҡҡа килтерә. Ҡыҙыҡ күреп кенә тәмләп ҡараған үҫмерҙең ҡанына никотин үтеп инә һәм ағыулай. Һөҙөмтәлә бәлиғ булмаған бала тиҙ ярһыусанға әйләнә, йоҡоһо ҡаса, ашауҙан яҙа.
Әле яңыраҡ Башҡортостанда 12 йәшлек малайҙың шундай "кәнфит" ашап ағыуланыуы тураһында ишетеп тетрәнгәйнек. Баҡтиһәң, 15 йәшлек үҫмер уға "кәнфит" тип алдап тәҡдим иткән булған икән. Ә уны үҙе интернет аша һатып алған.
Читайте нас: