-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 19:40
Өләсәйҙәр тураһында вайндар төшөрөүсе егет
Фәнил Ҡарасуриндың вайндары халыҡ араһында популярлыҡ яулай. Ҡыҫҡа ғына видеоларҙың төп геройы - Мәфтүхә өләсәй. Беҙ һеҙгә уның вайндарының береһен тәҡдим итәбеҙ.
Фәнил Ҡарасурин - Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры. Ул сәхнәнән буш ваҡыттарында вайндар төшөрөп, инстаграмға һала (вайн - ҡыҫҡа ғына көлкөлө видео). Актерҙың битләүендә Мәфтүхә өләсәй тураһындағы видеолар халыҡтың күңеленә хуш килгән - һәр видео донъя күреү менән интернет буйлап тиҙ арала таратыла. Бының сере бик ябай: һәр видео тормошсан, ҡыҙыҡлы, шуға ла кешеләр уларҙы яратып ҡарай, дуҫтарына ла ебәрә.
Фәнилдең инстаграмдағы битләүенә һылтанма:
https://www.instagram.com/fanil_vines
Читайте нас: