Нефтекама ҡалаһында “Браво!” VII Республика академик вокал конкурсы быйыл Башҡортостандың 100 йыллығына арналды. Унда Өфө, Бөрө, Мәләүез, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Туймазы ҡалаһынан, Баҡалы, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Краснокама, Хәйбулла районынан илленән ашыу яңғыҙ башҡарыусы һәм коллектив ҡатнашты.
“Быйыл конкурста үҙенең һәләтен күрһәтергә классик вокал музыкаһын башҡарыусы балалар, йәштәр, ололар һәм вокал ансамблдәре йыйылды. Репертуарҙары төрлө, әммә бәйгенең төп шарты булып башҡорт авторҙарының әҫәрҙәрен башҡарыу булды”, - тип хәбәр итте конкурстың ойоштороусылары.
“Профессионалдар” категорияһында музыка училищеларының, юғары уҡыу йорттарының вокал һәм хор бүлегендә уҡып йөрөүсе һәм тамамлаусы яңғыҙ башҡарыусылар баһаланды.
Бәйгенең тәүге көнөндә яңғыҙ башҡарыусылар жюри алдында ике академик йыр, ә ансамблдәр һәм хорҙар өс йыр менән сығыш яһаны.
Конкурс гала-концерт менән тамамланды.