-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
3 Декабрь 2019, 11:00

Владимир Путин: “2022 йыл - Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы буласаҡ”

Рәсәй Президенты Владимир Путин 2022 йылды Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының матди булмаған мәҙәни мираҫы йылы буласаҡ, тип иғлан итте. Бының турала ул милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышында әйтте.

“Быға тиклем дә Рәсәйҙә халыҡ сәнғәте һәм халыҡтарҙың матди булмаған мәҙәни мираҫы йылын үткәрергә тәҡдим иткәйнеләр, - ти Президент. – Әйҙәгеҙ, шулай булһын. 2022 йылда үткәрәйек. Беҙгә уның программаһын, һәр төбәктең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға кәрәк”.
Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Владимир Мединский Владимир Путинға рәхмәт әйтте һәм төбәктәрҙә был ҡарарҙы күптән көтөүҙәре тураһында еткерҙе.
“Халыҡ ижады менән шөғөлләнгән миллионлаған кеше өсөн был – ҙур шатлыҡ. Төрлө быуын кешеләре был эшкә бөтөн ғүмерен, һәләтен бағышлай”, - тине ул.
Читайте нас в