+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 17:30

Айгиз Баймөхәмәтов ижадын уҡыу йорттарында өйрәнәләр

Ике илдә — Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда — башҡорт яҙыусыһы, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптарын өйрәнәләр.

Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан мәктәптәрендә, юғары уҡыу йорттарында Айгиз Баймөхәмәтовтың ижадын өйрәнәләр.

Ике илдә — Ҡырғыҙстанда һәм Үзбәкстанда — башҡорт яҙыусыһы, Ш. Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың китаптары менән таныштылар.

29 ноябрҙә Ош ҡалаһында яҙыусы ике алдынғы юғары уҡыу йорто студенттары һәм "Жетиген" лицейы уҡыусылары менән осрашты. Республикала башҡорт яҙыусыһының ижады менән яҡшы таныштар: "Ҡалдырма мине, әсәй" китабын илдә рус һәм ҡырғыҙ телендә баҫтырған инеләр. Шулай уҡ авторҙың ижадын "Донъя әҙәбиәте" дәресе сиктәрендә өйрәнәләр.

30 ноябрҙә Үҙбәкстанда Андижан дәүләт университетында Айгиз Баймөхәмәтовтың үзбәксәгә тәржемә ителгән китабының исем туйы үтте.

«Тастамашы, ана!» китабы Ҡаҙағстанда бестселлер итеп танылды. 2019 йылдың апрелендә Бишкек ҡалаһында (Ҡырғыҙстан) үткән «Таштабачы, апаке!» китабының исем туйына 3000 ашыу тамашасы йыйылды.
Читайте нас: