+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Декабрь 2019, 11:05

Башҡортостандан өс уҡыу йорто федераль грант аласаҡ

2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һайлап алдылар.

Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының конкурс комиссияһы 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия рәүешендә грант аласаҡ һөнәри белем биреү ойошмаларын һайлап алды.

Еңеүселәр исемлегендә Башҡортостандан бер түгел өс уҡыу йорто – Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы, Туймазы дәүләт юридик колледжы һәм М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты бар.

Был матди ярҙам “Мәғариф” милли проектының “Йәш профессионалдар” федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә бирелә һәм уҡыу йорттарының матди-техник базаһын заманса талаптарға ярашлы итеү өсөн йүнәлтелә.

Салауат белем биреү һәм һөнәри технологиялар колледжы менән М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты – “Социаль мөхит”, ә Туймазы дәүләт юридик колледжы “Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары” лотында еңеүсе тип табылған. Әлеге гранттар уҡыу йорттарында заманса уҡытыу шарттары булдырыуға, белем биреүҙең сифатын күтәреүгә, матди-техник базаны нығытыуға ҙур мөмкинлек асасаҡ.

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты

#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Фото: М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты сайтынан.

Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: