Башҡортостандың әйҙәүсе юғары уҡыу йорттарында уҡыусы 14 талипҡа яртышар миллон һумлыҡ грант тапшырыласаҡ.
29 ноябрҙә “Умник” конкурсының 12 майҙансығында - “Умник – Цифровой прорыв 2.0.”, “Умник-Сбербанк”, “Умник-МТС”, “Умник-Нефтегаз”, “Умник – Цифровая металлургия”, “Умник-Электроника”, “Умник-V” һәм “Умник – Цифровая Россия”-ның биш майҙансығында еңеүселәр билдәләнде.
“Умник” программаһында ҡатнашып еңеү яулаусы Башҡортостан талиптарының проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә аҡса бүленәсәк. Грант отоусылар араһында Өфө дәүләт нефть университеты һәм Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалы рекорд ҡуйҙы ү был ике вуздан бишешәр талип грант отто.
Бынан тыш, грант алыусылар араһында Өфө дәүләт нефть университетының Салауат филиалы, Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация-техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты талиптары ла бар.