+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Декабрь 2019, 19:10

Башҡортостанда "коммендант сәғәте"н оҙайтырға булғандар

“Йәйге каникул осоронда балалар өсөн “коммендант сәғәте” бер сәғәткә оҙайтыласаҡ”, - тип хәбәр итте Ҡоролтай – Дәүләт йыйылышының матбуғат үҙәге.

“Йәйге каникул осоронда балалар өсөн “коммендант сәғәте” бер сәғәткә оҙайтыласаҡ”, - тип хәбәр итте Ҡоролтай – Дәүләт йыйылышының матбуғат үҙәге.
“Әлеге ваҡытта 17 йәшкә тиклемге балаларға ололарһыҙ сәғәт 22.00-дән 06.00-гә тиклем йәмәғәт урындарына сығыу тыйыла, - ти Башҡортостандың Дәүләт йыйылышы рәйесе Константин Толкачев. – 1 майҙан 30 сентябргә тиклем “коммендант сәғәте” 00.00-дән 06.00-гә тиклем дауам итә. Бер нисә йыл элек беҙ сәғәтте йәйге ваҡытҡа күсереүҙән баш тарттыҡ. Һөҙөмтәлә – йәйгеһен ҡараңғы бер сәғәткә һуңғараҡ төшә. Шуға ла балалар өсөн “коммендант сәғәте”н 00.00-дән түгел, 23.00-дән ҡуйырға тәҡдим ителә”.
Закон ҡабул ителһә, балаларға яҙҙан сентябрь аҙағына тиклем урамда киске 23.00-дән 06.00-гә тиклем йөрөргә, ә октябрҙән апрелгә тиклем “коммендант сәғәте” 22.00-дән таңғы 06.00-гә тиклем дауам итәсәк.
“Коммендант сәғәте” балалар һәм үҫмерҙәр араһындағы енәйәтселеккә кәртә ҡуйҙы. Элек ул булмаҫ борон балалар колониялары туп-тулы ине, ә хәҙер берәүһен хатта ябырға тура килде, сиратта тағы бер колония ябылырға тора” , - тип һүҙен тамамланы Константин Толкачев.
Читайте нас: