Күмертау ҡалаһынан Дарья Бобровникова, “Умники и умницы” телевизион олимпиадаһында ҡатнашып, Мәскәүҙән миҙал яулап ҡайтты.
“Умники и умницы” программаһы 1992 йылдан алып Беренсе каналда бара. Унда еңеүсе юғары синыф уҡыусылары Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр институтына (МГИМО) имтиханһыҙ уҡырға инә ала.
Дарья, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер генә һорауға яуап биреп өлгөргән. Дөрөҫ яуабы өсөн уға миҙал тапшырғандар.