-13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 11:10

Бәхетлеләр һаны арта

Милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Баймаҡ районында әүҙем эш алып барыла.

“Демография” һәм “Торлаҡ” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Баймаҡ районында маҡсатлы эш алып барыла. Ошо көндәрҙә райондың 12 бәхетле ғаиләһе торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләт ярҙамы алып һөйөндө.

Баймаҡ район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев бәхетлеләргә сертификат тапшырып, йорттарында сабый тауыштары һәм балалар көлөүенең тынмауын, үҙҙәренең тиң һәм бәхетле йәшәүҙәрен теләне. Йәш ғаиләләр бындай сертификатҡа балалары тыуыу айҡанлы эйә булып, аҡсаны кредит һәм ипотека килешеүҙәрен ҡапларға, йәки йорт төҙөлөшөнә тотона ала.

Гөлфиә һәм Наил Раймановтар ике бала тәрбиәләй. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыу программаһында ҡатнашыу өсөн 2013 йылда документ тапшырғандар. Ниһайәт, быйыл хыялдарының тормошҡа ашыуына йәштәр бик шат.

2007 йылдан алып райондың 178 ғаиләһе ошо программа нигеҙендә дәүләт ярҙамы алған.

Фото: Лилиә Таҡаева.

Автор: Карима Усманова
Читайте нас в