+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Декабрь 2019, 18:35

Журналдың юбилей йылы "Йәш хәбәрселәре"н тәбрикләйбеҙ!

“Аманат” журналының юбилей йылы – 2019 – “Йәш хәбәселәре”н тәбрикләйбеҙ!

“Аманат” журналының юбилей йылы – 2019 – “Йәш хәбәселәре”н тәбрикләйбеҙ!
Йыл дауамында ғына түгел, ғөмүмән, беҙҙең менән һәр саҡ бәйләнештә булған, хәбәрләшеп торған уңған, аҡыллы, тырыш, ихлас дуҫтарыбыҙҙың иң-иңдәре "Аманат" журналының йәш хәбәрсеһе” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була!!!!! Шулай итеп, 2019 йылда журналыбыҙҙың йәш хәбәрселәре тип Әлиә Өмөтҡужина, АзаматҠарағолов, Арыҫлан Ҡотлобаев танылды!!! ҠОТЛАЙБЫҘ!!! УРА-А-А!!!! Һеҙгә уңыштар һәм киләсәктә лә әүҙем булыуығыҙҙы, "Аманат" менән дуҫлыҡ ептәрен өҙмәүегеҙҙе, тоғро дуҫтар булып ҡалыуығыҙҙы теләйбеҙ! ӘЙТКӘНДӘЙ, кемдәр әле журналға яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ! Әлеге мәлдә, декабрҙең 12-нә тиклем “Аманат” журналына АРЗАН ХАҠҠА яҙылыу бара! "Аманат"ҡа льготалы яҙылыу хаҡы - 309 һум 60 тин. Шулай уҡ подписка тамамланыуға ла ваҡыт бик аҙ ҡалып бара. Журналға ярты йылға яҙылыу хаҡы ни бары 350 һум 28 тин генә! (йәш хәбәрселәр, лауреаттар, 2019 йылға йомғаҡтар һ.б. ҡыҙыҡлы мәғлүмәтте журналыбыҙҙың декабрь айы һанында уҡырһығыҙ!) “Аманат”тан айырылмағыҙ, дуҫтар! Бергә булайыҡ!
Читайте нас: