Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы тарафынан йыл барышында “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы саралар, конкурстар ойошторолоп тора. Мәҫәлән, 2020 йылда республика ҡаҙнаһынан муниципаль берекмәләргә мәҙәниәт тармағы саралары өсөн субсидиялар бүлеүгә конкурс иғлан ителде.
Сара “Мәҙәниәтте үҫтереүҙең яңы сифатлы кимәлен тәьмин итеү” федераль проекты нигеҙендә ойошторола һәм халыҡты, шул иҫәптән ауылдарҙыҡын да, махсус автотранспорт менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота. 2017 йылдың 31 майында сыҡҡан 248-се Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, һайлап алыу шарттары ҡаралған, шулай уҡ 2019 йылдың 15 ноябрендә сыҡҡан 348-се Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары нигеҙендә ғаризалар ҡабул ителәсәк. Улар менән Мәҙәниәт министрлығының социомәҙәни эшмәкәрлек бүлеге шөғөлләнәсәк.
Ошо көндәрҙә Йылайырҙа “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы “Ғаилә үҙәге” асылды. Районда йәмғеһе 16 мең кеше йәшәй, ә Йылайырҙың үҙендә – яҡынса 1000 тирәһе. Проектҡа ярашлы, мәҙәниәт йортона капиталь ремонт яһалған, музыка һәм мультимедиа ҡоролмалары, интерактив таҡталар, мебель, спортинвертарь алынған.
Ошондай уҡ үҙәктәрҙе Асҡын, Көйөргәҙе, Благовещен райондарында асыу планлаштырыла.
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты өс федераль проекттан тора: "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт".
Фото: "Бәйләнештә".