"Мәктәптәрҙә туҡланыуҙа тәртип урынлаштырабыҙ. Менюны төрләндерҙек. Кемдер был яңырыуҙар күҙгә ташланмай, тиҙер. Ә бит балаларҙы алдап булмай. Мәктәп ашханаларында даими туҡланған балалар һаны артты. Ҡайһы бер райондарҙа 50 процентҡа тиклем. Яҡын киләсәктә беҙҙең балаларҙың мәктәптә сифатлы йылы аш менән тулыһынса тәьмин ителеүендә шигем юҡ", - тине ул.