Бөгөн, 12 декабрҙә, Рәсәйҙә Конституция көнө билдәләнә. Илдең төп документы 1993 йылда бөтөн халыҡ тауыш биреүе менән ҡабул ителде.
1994 йылдың 12 декабрендә дәүләт байрамы тип иғлан ителде, ун йыл буйына ял көнө булып иҫәпләнде. 2004 йылда Рәсәй Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр ҡабул ителгәс, 12-һе эш көнө тип һанала.
Рәсәй халыҡ депутаттары съезын, Рәсәй Юғары Советын юҡҡа сығара һәм уларҙы Федерация Советы һәм Дәүләт думаһынан торған Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы менән алмаштыра. Федерация Советына Федерацияның һәр субъектынан 2-шәр вәкил инә, Дәүләт думаһын халыҡ һайлай.
Конституция Рәсәй конституцион ҡоролошоноң нигеҙҙәре, дәүләт ҡоролошон, властың вәкиллекле, башҡарма, суд органдарын һәм урындағы үҙидаралыҡ системаһын, кешенең һәм граждандың хоҡуҡтарын һәм иректәрен нығытҡан юғары юридик көскә эйә.