+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Декабрь 2019, 11:45

Милли проект: һөйөнсө, Интернет килде!

Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә башланы.

Башҡортостанда һанлы иҡтисад компетенциялары программалары буйынса дәүләт иҫәбенә уҡыуға заявкалар ҡабул ителә башланы.

2019 йылдың аҙағына тиклем Башҡортостандан тыш тағы ла алты төбәктең – Яҡутстан, Татарстан, Ростов һәм Тула өлкәләре халҡы ошо тиклем шәхсән һанлы сертификаттар алыуға заявкаларҙы тапшыра ала.

Сертификатҡа эйә булғандар бер нисә йүнәлеш буйынса компетенцияларҙы үҙләштерә аласаҡ. Улар араһында яһалма интеллект, программалаштырыу һәм ИТ-продукттарҙы төҙөү, сәнәғәти дизайн һәм 3D моделләштереү, киберхәүефһеҙлек һәм сәнәғәти интернет һ.б. бар.

Әйткәндәй, республикала "Рәсәй Федерацияһында һанлы иҡтисад" программаһын тормошҡа ашырыу йәһәтенән әүҙем эш алып барыла. Проект 100 меңгә тиклем кеше йәшәгән социаль әһәмиәтле тораҡ пункттарын Интернетҡа тоташтырыуҙы күҙаллай. Бөгөнгә шундай йүнәлештәге 50 объект мәғлүмәт-технологик инфраструктура менән тәьмин ителгән. Улар араһында – ФАП-тар, мәктәптәр, полиция бүлексәләре, янғын һүндереү частары, һайлау комиссиялары. Контракт шарты буйынса 1 декабргә 722 объект йәки дөйөм биналарҙың 26 проценты заманса элемтәгә тоташтырылған. Бөгөн, мәҫәлән, Иглин районында бөтәһе 13 бина – ике ФАП, 11 мәктәп Интернет селтәре менән файҙалана.

Фото: sunhome.ru

Автор: Венер Исхаҡов
Читайте нас: