+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 14:30

"Аманат" менән бергә!

Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан хат яҙабыҙ.

Һаумыһығыҙ, “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре! Һеҙгә Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған ере – Күгәрсен районы Тәүәкән ауылынан 5-се класс уҡыусылары хат яҙа. Беҙ тыуған еребеҙҙе лә, туған телебеҙҙе лә яратабыҙ. Телебеҙҙе һаҡлау һәм үҫтереү өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тырышабыҙ. Мәктәптә һәм районда үткән төрлө сараларҙа, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, быйыл әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған башҡорт теле һәм әҙәбиәте аҙналығында иншалар яҙҙыҡ, шиғырҙар ятланыҡ, “Беҙҙең өйҙөң йәме” повесынан өҙөк сәхнәләштерҙек. Класыбыҙ менән китапханаға барып башҡорт телендә китаптар алып уҡыйбыҙ.
Телде һаҡлау һәм үҫтереү өсөн был ғына аҙ, әлбиттә. Шуның өсөн быйыл беҙҙең класс етәксебеҙ Сәлихова Гөлназ Салауат ҡыҙы тәҡдим иткәнсә бөтә класс менән “Аманат” журналына яҙылырға булдыҡ. Журнал беҙгә оҡшай. Яңы һанын ҡулға алыр көнөбөҙҙө түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ. Класс менән уҡырбыҙ, мәғлүмәтебеҙҙе арттырырбыҙ, тип уйлайбыҙ.
Беҙҙең класта бөтәһе 19 уҡыусы. Мәктәптә иң әүҙеме, шул уҡ ваҡытта иң шаяны булып танылдыҡ та инде. Уҡыуҙа һәр ваҡыт алдынғы Юлай, Радмир, Афат, Наҙгөл, Камилла, Резеда, Айһылыу; тиктормаҫ, әммә спорт яғынан беренсе булған Динар, Инсаф, Илназ, Аделина; баҫалҡы, һәр ваҡыт эште еренә еткереп үтәүсе Зәйнәб, Рәмис, Рәзиф, Искәндәр, йыр-бейеүгә маһир Азалия, Алмас, Рәсил, Батырхан кеүек шәп балалар йыйылған 5-сегә. Беҙ артабан да тырышып уҡырбыҙ, спортта ла, мәҙәниәттә лә, хеҙмәттә лә алдынғы булырбыҙ.
Яңы 2020 йылда беҙ үҙебеҙгә үҙебеҙ шәп бүләк яһаныҡ: йылыбыҙ “Аманат” менән бергә үтәсәк!
Читайте нас: