-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 13:20

Бөрйән районынан хат килде!

Әбделмәмбәттәр "Аманат"ты ла уҡыйҙар, ижад та итәләр! Афарин!

Бөрйән районы, Әделмәмбәт урта мәктәбе уҡыусылары ижады
“Аманат менән бергә”
Аманат менән бергә
Беҙ булырбыҙ һәр саҡ бергә.
Аманат менә бергә
Беҙ уҡырбыҙ һәр саҡ бишкә!
Аманат беҙгә кәрәк,
Аманат беҙгә терәк.
Уҡыуҙа ла, тормошта ла
Ул беҙгә кәрәк бигерәк.
Аманат тоғро дуҫым
Киләсәккә маяғым!
Зөһрә БАЙНАЗАРОВА
“Аманат”
Мин гәзит уҡырға яратам.
Бигерәк тә аманат,
Аманат һәр балаһы
Ҡуйыр белемгә маҡсат.
Һеңлем дә аманат ярата
Көләмәстәрен уҡырға
Күңел асырға
Кроссворд эшләргә.
Алина ХӘЛИУЛЛИНА
“Минең яратҡан журналым”
(Байназаров Динислам, 5 класс)
Минең иң яратҡан журналым «Аманат». Миңә был журнал бик ныҡ оҡшай, сөнки унда төрлө һүрәттәр, көләмәстәр, башватҡыстар бар. «Аманат» ты мин бик ҡыҙыҡһынып уҡыйым. Беҙ «Аманат» журналына үҙебеҙҙең класс менән ҙылдыҡ. Мин иң нығы мөғжизәле донъяны һәм көләмәстәрҙе яратып уҡыйым. Мөғжизәле донъяла – яңылыҡтар һәм төрлө хайуындар тураһында яҙалар.
Дуҫтар, һеҙҙә «Аманат»ҡа яҙылығыҙ, уҡығыҙ, яратығыҙ!
Динислам БАЙНАЗАРОВ
Читайте нас: