“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарына ярашлы, республикабыҙҙа тирә-яҡты йәмләндереү, халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырыу йәһәтенән комплекслы эш дауам итә.
Киләсәктә Өфөнөң Совет майҙаны ла күркәм төҫ аласаҡ. Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл, йәйәүлеләр зонаһы, фонтан, эскәмйәләр, ултыртылған йәшел ағастар – биләмәнең буласаҡ элементтарын график компьютер моделендә күрергә мөмкин.
Визуалләштереү BigD агентлығы тарафынан баҫылған. “Беҙ халыҡҡа Совет майҙанының нисек буласағын күрһәтергә теләнек”, – тип белдергән BigD етәксеһе Дмитрий Эйгенсон.
Совет майҙанын үҙгәртеп, етәкселек унда төп байрам сараларын уҙғарырға планлаштыра. Реконструкцияны тормошҡа ашырыу ваҡыты әлегә әйтелмәй.
"Башинформ" фотоһы