+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Декабрь 2019, 11:25

Владимир Путин 31 декабрҙе ял көнө итәме?

Йыл тамамланырға тора, ә Рәсәйҙә йылдын һуңғы көнөн ял итергәме, итмәҫкәме тигән бәхес бара.

Кеше хоҡуҡтары советы ултырышында быйыл 31 декабрҙә ял итеү тураһындағы тәҡдимде Рәсәй Президенты Владимир Путинға ла яһанылар. Ул кире ҡаҡманы. Ләкин шул уҡ ваҡытта ул, ҡарар ҡабул итеү өсөн ваҡыт бик аҙ ҡалды, тип әйтте.

“Әле декабрь уртаһы, Яңы йыл байрамы яҡынлаша. 31 декабргә бәйле ниндәй ҡарарға килербеҙ, әйтә алмайым. Ваҡыт аҙ ҡалды, әммә мин һеҙҙең фекерҙе ишеттем”, – тине Владимир Путин.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 31 декабрь эш көнө тип билдәләне.

Читайте нас: