+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 16:10

Ҡарағыҙ әле, беҙ күмәк!

Тап ошо мәлдә МЕГА сауҙа комплексында Башҡорт теле көнөнә арналған байрам саралары үтә.

Тап ошо мәлдә МЕГА сауҙа комплексында Башҡорт теле көнөнә арналған байрам саралары үтә.
Әлеге ваҡытта беренсе ҡатта концерт бара, башҡортса клиптар, ҡыҫҡа метражлы фильмдар күрһәтелә. Башҡортса караокэ йырлап та алды тамашасылар.
Иң әүҙем балалар татлы приздарға, дипломдарға лайыҡ була.
Ә комплекстың икенсе ҡатында балалар өсөн МЕГА-лаб лабораторияһы эшләй. Унда уйындар, конкурстар ойошторола.
МЕГА сауҙа комплексындағы байрам саралары сәғәт 17:00 тиклем дауам итә.
Ҡарағыҙ әле, беҙ күмәк!
Ошо уҡ ваҡытта Өфөнөң башҡа майҙандарында Башҡорт теле көнөнә арналған тантаналы саралар үтә.
автор фотоһы
Читайте нас: