Башкорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Арабыҙҙа наҙандар күп, уҡыу һирәк.
Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай,
Эй, туғандар, наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк!
Илтифат ит: уҡыуҙалыр шәрәфәттәр,
Яһиллектән килә ятыр ҙур әфәттәр,
Уҡығандар күктә осор, һыуҙа йөҙөр,
Юҡта унда әүлиәлек, кәрәмәттәр.
Уҡығанға был донъяла жәләл булыр,
Хәрам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр.
Ырыҫ, дәүләт шишмәһен асам тиһәң,
Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр.
Алтыға берҙе ҡушып, һан ун булмай,
Сәғәтте алға бороп, төн көн булмай.
Белемлелек- арыҫландан көслө батыр,
Шуға атланмай, һинең төшөң һис өн булмай.
( Мифтахетдин Аҡмулла)