+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 21:45

Башҡорт теле көнө үтте. Башҡорт теле йылы етеп килә!

Бөгөн баш ҡаланың эре сауҙа үҙәктәрендә Башҡорт теле көнө сиктәрендә "Һөйөү менән башҡорт теле” йәмәғәт проекты үтте.

Бөгөн баш ҡаланың эре сауҙа үҙәктәрендә Башҡорт теле көнө сиктәрендә "Һөйөү менән башҡорт теле” йәмәғәт проекты үтте.
“МЕГА” сауҙа-күңел асыу үҙәгендә бер юлы бер нисә башҡорт проекттарының презентациялары үтте: “Ҡурай” телеканалының “Башҡорт караокеһы” проекты, “Тамыр” телекомпанияһының “Нурбостан” проекты, “Китап” нәшриәтенең “Башҡортостан Республикаһының матди булмаған мәҙәниәт ҡомартҡылары” проекты һәм иң кескәй тамашасы өсөн “Балалар” проектының ике йәнһүрәтен тәүге тапҡыр ҙур экранға сығарҙылар. “МЕГА”ның ике ҡатында ла башҡортса йырҙар яңғырап торҙо, уйындар, конкурстар ойошторолдо, интерактив һәм театр майҙансыҡтары эшләне. Концерт барышында шулай уҡ “Һаумы, һаумы, әкиәт!” донъя халыҡтарының әкиәттәрен яттан һөйләүселәрҙең төбәк-ара конкурсы еңеүселәрен дә тәбрикләп үттеләр.
Өфөнөң “Ультра” сауҙа үҙәгендә лә байрам программаһы гөрләп үтте. Сәхнәлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисты Фирзинә Абдуллина, Венера Юлгилдина, республиканың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәмил Ихсанов, Алмас Ғафаров, “Ант” төркөмө, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Гөлсинә Мөхәмәҙиева сығыш яһаны. “Аҡбуҙат” балалар журналы ҙур бүләк әҙерләгән – “Урал батыр” эпосы буйынса йәнһүрәт төшөргән. Ул балаларға ла, ололарға ла бик оҡшаны!
Башҡорт теле көнө “Башҡортостан” дәүләт концерт залында “Байыҡ – 2019” башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың телевизион конкурсының гала-концерты менән тамамлана.
"МЕГА" сауҙа-күңел асыу үҙәгендәге байрам күренештәре менән https://vk.com/album-41010454_267560089 альбомында таныша алаһығыҙ.
Читайте нас: