+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 16:15

“Үҫеш биләмәһе” Салауаттан старт алды

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн “Үҫеш биләмәһе” тип аталған киң масштаблы проект тормошҡа ашырыла башлай.

Башҡортостанда уҡыусылар өсөн “Үҫеш биләмәһе” тип аталған киң масштаблы проект тормошҡа ашырыла башлай. Бөгөн ул Салауат ҡалаһында старт алды. Ошо исемдәге форум 1200 туғыҙынсы класс уҡыусыһын берләштерҙе.

Сараның маҡсаты – үҫмерҙәрҙең һәм йәштәрҙең башланғыстарына ярҙам итеү, уларҙың компетенция кимәлен арттырыу, уларҙы ҡаланың, республиканың социаль-иҡтисади үҫеш процестарына йәлеп итеү.

Форумда ҡатнашыусылар биш төрлө белем биреү платформаһында эш алып барҙы. Уларҙың һәр береһендә тематик оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр булды, эксперттар менән осрашыу ойошторолдо.

“Һәр кем еңә ала” тип аталған физкультура-спорт платформаһы “Нефтехимик” спорт һарайында үтте. Ҡатнашыусылар өсөн командалы тимбилдинг, саҡырылған спорт йондоҙо менән зарядка, спорт төрҙәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм мотивациялы дискуссия ойошторолдо. Ә ҡаланың физик культура һәм спорт учреждениелары үҙ ҡаҙаныштарын махсус күргәҙмәлә күрһәтә алды.

“Лидер траекторияһы” тип аталған платформа һөнәри һәм шәхси үҫешкә бәйле булды. Ҡаланың 1-се лицейында ҡатнашыусылар биш төркөмгә бүленде: “Йәмәғәт лидерҙары”, “Ирекмәндәр”, “ТрудКрут”, “Эшҡыуарҙар” һәм “Финанс грамотлығы”. Һәр төркөм өсөн белем биреү сараһы булды, профориентация буйынса экспресс-тест үткәрелде.

Ижади уҡыусыларҙы Салауат ҡалаһының музыка колледжы берләштерҙе. “Сәнғәт тормош стиле кеүек” тип аталған мәҙәни-ижади платформала ижадсылар һәм кәсепселәр күргәҙмәһе, эксперттар менән ижад, сәнғәт тураһындағы дискуссиялар, художество оҫталығы, хореография, башҡарыу таланты, театр, гончар сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре булды.

Мәғлүмәти медиа-платформала ҡатнашыусылар “Дөрөҫ хайп”тың нимә икәнлеген белде. “Нефтехимик” досуг һәм ижад үҙәгендә уҡыусылар яңылыҡтар һәм тележурналистика нигеҙҙәрен өйрәнде, блогерлыҡ менән танышты, эксперттар ярҙамында белемен практикала һанап ҡараны.

“Интеллект көсө” тип аталған ғилми-ижади платформа ӨДНТУ-ның Салауат ҡалаһы филиалында үтте. Бында ғилми инновация ижады өлкәһендәге күргәҙмә эшләне. Унда ҡаланың эре предприятиелары техник эшләнмәләрен күрһәтте, шулай уҡ ғилми оҫталыҡ дәрестәре, квестар үтте.

Форум “Башҡортостан – үҫеш биләмәһе” тип аталған идея-мәғәнәле платформа менән тамамланды. Уның төп ҡунағы спикер-мотиватор, паралимпиясы һәм эшҡыуар Алексей Талай булды.

“Үҫеш биләмәһе” проекты Салауатта тәүге тапҡыр ойошторолдо. Ошоноң кеүек үк саралар йыл дауамында республиканың башҡа ҡала һәм райондарында ла үтәсәк.

#территорияростасалават

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: