+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Декабрь 2019, 22:20

Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү идеяһын яҡлай

Радий Хәбиров 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итеү, полилингваль мәктәптәр булдырыу, Башҡорт ырыуҙары парадын үткәреү һәм башҡа мәсьәләләр тураһында

Бөгөн Башҡортостандың Башлығы Радий Хәбиров республика халҡын Башҡорт теле көнө менән тәбрикләне.
Ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының 2020 йылды Башҡорт теле йылы тип иғлан итергә тигән фекерен хупланы.
“Иң тәү сиратта башҡорт теле көнө менән ихлас ҡотлайым. Һеҙҙең менән осрашыуыма бик шатмын. Был фекер беҙҙең туған телебеҙҙе үҫтереүҙә ҙур этәргес булыр. Телгә яңы һулыш өрөргә кәрәк. Ул республикала ғына түгел, ситтә лә булырға тейеш. Туған телдең киләсәге, яҙмышы беҙҙең, һеҙҙең ҡулда”, - тине ул республиканың ҡалалары һәм райондарының ҡоролтайҙары етәкселәре менән осрашыуҙа.
Радий Хәбиров Башҡортостанда полилингваль мәктәптәр селтәре булдырыу тураһында ла һөйләне.
“Был мәктәптәр беҙҙең мәғарифтың үҫешенең әйҙәүсе көстәре буласаҡ. Был белем усаҡтарында балаларҙы уҡытыу етди алып барыласаҡ, уның өсөн матди базаның бөтә мөмкинлектәрен дә ҡулланасаҡбыҙ”, - тине ул.
Осрашыуҙа шулай уҡ туған телдә мәктәпкәсә белем биреүҙе ойоштороу, райондарҙа халыҡ башҡорт театрҙарын үҫтереү, Башҡорттарҙың бөтә донъя ҡоролтайына йәштәрҙе йәлеп итеү, райондарҙа ҡоролтайҙарға ярҙам күрһәтеү, “Башҡорт теле аҙналығы” эстафетаһын үткәреү тураһында фекер алыштылар. Ҡалтасы районында “Беҙ – башҡорттар” тарихи-мәҙәни үҙәкте, Салауат районында Бөтә Рәсәй әҙәбиәт үҙәген булдырыу мәсьәләләре лә һыҙыҡ өҫтөнә алынды.
Бынан тыш, Радий Хәбиров республикала милли мәҙәниәтте яҡлау маҡсатында Башҡорт ырыуҙары парадын үткрәү идеяһын да хупланы. Көрәш спортының артабанғы үҫеше тураһында ла ул ыңғай ҡарашта булыуы тураһында әйтте.
Читайте нас: