+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 20:45

Башҡортостандан 114 бала Мәскәүгә Кремль шыршыһына бара

25 декабрҙә Кремлдә Яңы йыл Шыршы байрамы үткәрелә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 6 мең самаһы бала йыйыла. Башҡортостандан унда быйыл 114 уҡыусы ҡатнашасаҡ.

25 декабрҙә Кремлдә Яңы йыл Шыршы байрамы үткәрелә. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 6 мең самаһы бала йыйыла. Башҡортостандан унда быйыл 114 уҡыусы ҡатнашасаҡ.
Башҡортостандан был байрамға 8 йәштән алып 13 йәшкә тиклем 114 бала юллана. Улар араһында уҡыу алдынғылары, олимпиадаларҙа, спорт ярыштарында, ижади конкурстарҙа еңеүсе уҡыусылар бар. Шулай уҡ күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән, Ватан алдында хеҙмәтен үтәгән ваҡытта һәләк булған хәрбиҙәрҙең, хәрби хәрәкәттәр ветерандарының балалары ла Рәсәйҙең иң ҙур Шыршы байрамын күрә алыу бәхетенә эйә.
Читайте нас: