-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Декабрь 2019, 15:00

Үлемесле "кәнфит"тәр республика халҡын хәүефкә һалды

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин республикала балаларҙың "снюс" ашап дауаханаға эләгеүе тураһында сығыш яһаны

Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин балаларҙың "снюс" менән ағыуланыуы тураһында.
Республикала балаларҙың бер-бер артлы "снюс" ашап дауаханаларға эләгеүе бөтәһен дә хәүефкә һалды.
“Тәүҙә Стәрлетамаҡта уҡыусы малай, аҙаҡ республиканың көнбайышында ҡыҙ бала, унан – Ҡырмыҫҡалы районында "снюс" ашап дауаханаға эләкте. Беҙҙә составында тәмәке булған продукцияларҙы һатыу закон буйынса тыйылмай, ә бына наркотик матдәләр булғандарына тыйыу бар. Был – бик етди проблема. Сөнки тәүгеһе кибеттәрҙә, супермаркеттарҙа ғына түгел, интернетта ла һатыла”, - тине Айбулат Хажин.
Министр әйтеүенсә, иртәгә, йәғни 17 декабрҙә мәғариф, һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтарының йыйылышы үткәрелә. Унда Дәүләт сауҙа комитеты һәм тәртип һаҡлау органдары ла саҡырылған. Улар килеп тыуған сетерекле хәлде тикшерәсәктәр, магазиндарҙа составында никотин булған продукцияларҙы һатыуҙы һәм ғөмүмән уларҙы етештереүҙе тыйыу тураһында закон проекттына ниндәй асыҡлыҡтар индерергә кәрәклеге тураһында ла фекер алышасаҡтар.
“Тәүҙә ата-әсәләр менән эшләргә кәрәк. Мәктәптәргә табиптар килһен, балаларға тикшереү үткәрергә кәрәк булһа, ҡаршылашмаҫҡа кәрәк. Йәмәғәт ойошмаларының эше – шул”, - тине Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова министрҙың һүҙен йөпләп.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров өс көн элек кибеттәрҙә "снюс"тарҙы һатыуҙан алырға тигән фарман биргәйне. Әлеге ваҡытта 400 һатыу нөктәһе тикшерелгән, шуларҙың 93% "снюс"тарҙы һатыуҙан алған. Ул был ағыу менән көрәшеүҙә Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостандағы бүлеген йәлеп итергә кәрәклеген дә һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Был күренешкә төплө анализ бирергә кәрәк. Ярай, әле беҙ кибеттәрҙә "снюс"ты һатыуҙы тыябыҙ, ә интернетта һаман да уны тараталар. Интернеттағы һатыуҙы туҡтатыу өсөн тәүҙә был эштең енәйәти аҙым икәнлеген иҫбат итергә, аҙаҡ шул битләүҙәрҙе яптырырға кәрәк. Был эшкә ныҡлап тотонорға, шул көйө ҡалдырмаҫҡа кәрәк”, - тине Радий Фәрит улы.
Республика Башлығы шулай уҡ магазин кәштәләренән “снюс”тарҙы алырға тигән фарманды күтәреп алған эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерҙе.
Читайте нас: