+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 06:11

Баймаҡта балалар технопаркы асылды

Ул "Мәғариф" милли проекты һәм БР буйынса ғәмәлгә ашырылған "Һәр баланың уңышы" проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булып тора.

14 декабрҙә Баймаҡ ҡалаһында "Смарт Баймаҡ" балалар технопаркы асылды.

Элек бында СЮТ - Йәш техниктар станцияһы урынлашҡайны. 80-се йылдарҙың уртаһынан эшләгән был учреждение түңәрәктәренә ҡалала йәшәгән үҫмерҙәр йөрөнө. Уларға һәм район мәктәптәрендәге филиалдар уҡыусыларға бында техника донъяһына һөйөү тәрбиәләнде. Фото эше, авиамоделләү, автомоделләү, караптар моделләү, ракета моделләү, башланғыс техник ижад, информатика, радиоэлектроника кеүек берекмәләр ныҡ популяр булды.

Заманса итеп үҙгәртелгән СЮТ хәҙер икенсе исем йөрөтә. Ул "Мәғариф" милли проекты һәм БР буйынса ғәмәлгә ашырылған "Һәр баланың уңышы" проектын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булып тора.

Шәмбе көндө технопаркянына "кружок"тарға йөрөүсе уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, район хакимиәтенән, мәғариф бүлегенән вәкилдәр, уҡытыусылар йыйылды. Улар алдында технопарк уҡытыусылары роботтар һәм пилотһыҙ осҡостарҙы ярыштырып күрһәтте, «Энерджиквантум», «Робоквантум», «Аэроквантум»,«Промдизайн» һәм Hi-tech цех квантумдарынан оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы.

Технопаркка заманса ҡоролмалар ҡайтарылған. Улар - ЧПУ, лазер менән ырыу станоктары, "Лего" конструкторҙары, интерактив өҫтәл һәм таҡта, ноутбуктар, квадрокоптерҙар, физика буйынса цифралы лабораториялар.

Учреждение директоры Рәзилә Әхмәҙулла ҡыҙы Ғафарова белдереүенсә, балалар технопаркы өҫтәлмә белем биреүҙең яңы формаһы булып тора. Ул 7-18 йәшлек балаларҙы актуаль инженер-техник йүнәлештәр буйынса үҫтереүгә ҡулайлы. Берекмәләргә йөрөүселәр бында программалау, робототехника һәм электроника өлкәләрендә эшләйәсәк. Бер юлы проект эшмәкәрлеге, критик фекерләү, командалы эш алымдары үҫтереләсәк.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән

Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Читайте нас: