“Берҙәм Рәсәй” партияһы 2022 йылда сит телдәрҙән берҙәм дәүләт имтиханын бөтөн мәктәптәрҙә лә мотлаҡ рәүештә тапшырыуға ҡаршы сыҡҡан.
“Берҙәм Рәсәй” партияһы Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына сит телдәрҙән берҙәм дәүләт имтиханын бөтөн мәктәптәрҙә лә мотлаҡ рәүештә тапшырыуҙы тыйырға тигән тәҡдим менән сығыш яһаны. Бының турала “Яңы мәктәп” партияһы проект координаторы, Партияның Генераль советы президиумы ағзаһы Алена Аршинова хәбәр итте.
“Беҙҙең мәғариф системаһы был аҙымға әҙер түгел. Алдан ныҡлап мотлаҡ БДИ-ға әҙерләнмәгәс, 2022 йылда уны үткәреп булмаясаҡ. Дәүләттең мәғариф үҫеше буйынса стратегияһы юҡ. Мәктәптәрҙә юғары квалификациялы уҡытыусылар, БДИ-ға әҙерләү өсөн кәрәкле ҡоролмалар етешмәй. Уларҙы һатып алырға бюджеттан аҡса бүленмәгән. Проблемалар ярайһы уҡ күп кенә”, - тип аңлата ул был хәл тураһында.
Өфөлә 2022 йылда сит телдәрҙән берҙәм дәүләт имтиханын бөтөн мәктәптәрҙә лә мотлаҡ рәүештә тапшырыуға әҙерлек тураһында һөйләшеү үткән йома көндө булды. Уҡытыусылар был фекерҙе хуплап ҡабул итте. Дәүләт йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, милли сәйәсәт һәм спорт буйынса рәйесе Рәил Әсәҙуллин да республиканың тота килеп киләһе уҡыу йылынан был БДИ-ны индереүгә әҙер түгеллеге тураһында әйтеп үтте. Бының өсөн тәүҙә уҡытыусыларҙы әҙерләргә, профилле һәм база кимәлендә имтихандар үткәреп ҡарарға, ситтән тороп уҡытыу системаһын ҡулланып, ауыл мәктәптәрендә эшләгән уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреп алырға кәрәклеген дә ул һыҙыҡ өҫтөнә алды. БДИ тапшырыу өсөн уҡыусы сит телдә иркен аралашырға, телдән дә, яҙма эштәрҙе лә һис бер хатаһыҙ эшләй белергә тейеш.
Кәңәшмәне йомғаҡлап, Алена Аршинова бөгөн Рәсәй мәктәптәренең 60% ауыл ерлегендә урынлашыуы, күпселек сығарылыш уҡыусыларына сит телдәрҙең артабанғы тормошта кәрәкмәүе тураһында әйтте. “Әгәр ҙә проблемаларҙы хәл итмәйенсә тороп, сит телдәрҙән мотлаҡ БДИ-ны индерһәк, ауыл мәктәптәрен тамамлаусы абитуриенттарға илдең эре юғары уҡыу йорттарына юл ябылыуы мөмкин”, - ти ул.
Был кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙың фекерҙәре эшкәртелеп Рәсәйҙең Мәғариф министрлығына, Фән һәм юғары белем биреү министрлығына һәм Мәғариф һәм фән өлкәһендәге тикшереү федераль хеҙмәттәренә ебәреләсәк.