+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Декабрь 2019, 18:05

Туған телде белеү эш хаҡына тәьҫир итерме?

Туған телдә һөйләшкән хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырырҙармы? Дәүләт думаһында ошо һорау күтәрелде.

Туған телдә һөйләшкән хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡын арттырырҙармы? Дәүләт думаһында ошо һорау күтәрелде.
Рәсәй Федерацияһы Президентының Халыҡ-ара мәҙәни хеҙмәттәшлек буйынса махсус вәкиле Михаил Швыдкой, туған телендә һөйләшкән хеҙмәткәрҙәргә хеҙмәт хаҡын арттырып түләргә кәрәк, тигән тәҡдим еткерҙе.
Михаил Шведкой әйтеүе буйынса, туған телендә иркен аралашыусылар тормошта үҙ юлдарын таба. Ғөмүмән, төбәктәрҙә гуманитар өлкәләр милли телдәрҙе белгән кадрҙарға үҫергә ярҙам итергә тейеш, ти ул.
Махсус вәкил шулай уҡ Башҡортостанда, Татарстанда, Сыуашстанда, Карелияла һәм Бүрәт Республикаһында туған телдә аралашыусыларҙың уңышҡа йышыраҡ өлгәшеүе (айырыуса гуманитар өлкәлә) тураһында ла һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте.
“Туған телде өйрәнеүгә кешеләрҙе ылыҡтырырға кәрәк. Бәлки, мәҫәлән, эшкә урынлашҡанда туған телдә аралашҡаны өсөн хеҙмәткәргә өҫтәмә эш хаҡы түләргә булыр ине”, - тине ул. Был мәсьәләне Миллилек буйынса эштәр федераль агентлығы һәм Иҡтисади үҫеш министрлығы менән берлектә ҡарарға кәрәклеге тураһында әйтте.
Читайте нас: