-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 11:40

Шәйехтәр башҡорт балын яратҡан

Башҡортостандың бизнес вәкилдәре Абу-даби ҡалаһында халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты.

Башҡортостандың бизнес вәкилдәре Абу-даби ҡалаһында халыҡ-ара аҙыҡ-түлек күргәҙмәһендә ҡатнашты. SIAL Middle East сараһына беҙҙән һигеҙ компания барғайны. Улар: «Башкирские пасеки +», «Тайра», «Прочный мёд», «ЭкоПродукт»,«Эксперимент», «Урал» йәмғиәттәре һәм фермер Р. Хәйретдинов, шәхси эшҡыуар Э. Әхтәмйәнов.
Был әһәмиәтле күргәҙмәлә ҡатнашыу "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт", "Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү" милли проекттарын ғәмәлгә ашырыуға ярашлы, ойошторолған.
Әйткәндәй, эшҡыуарҙарҙың күргәҙмәлә ҡатнашыу буйынса сығымдарын милли проекттар буйынса Башҡортостан Республикаһының Экспортҡа ярҙам үҙәге түләгән. Компаниялар үҙҙәренең вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына ҡаплаған.
Беҙҙең делегация белдереүенсә, Абу-Даби короле ғаиләһе ағзалары, шәйехтәр Мансур ибн Зайд Әл Нахайян һәм Нахайян бин Мөбәрәк Әл Нахайян башҡорт балын тәмләп ҡараған һәм хайран ҡалған.
Күргәҙмә эше йомғаҡтары буйынса компаниялар Фарсы ҡултығы илдәренә бал һәм умартасылыҡ продукттары оҙатыу тураһында килешкән.
Фото: "Республика Башкортостан" гәзите.
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова. “Йәшлек” гәзите
Читайте нас в