+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
18 Декабрь 2019, 11:15

Владимир Путин яңы һалым билдәләне

Ул үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән кешеләргә һалына.

Рәсәй Президенты Владимир Путин яңы һалым төрөн ғәмәлгә индерергә ҡарар итте. Ул үҙмәшғүллек менән шөғөлләнгән кешеләргә һалына. 2020 йыл башынан Башҡортостан да ошондай һалым төрө билдәләнгән 19 төбәк иҫәбенә инәсәк. Был туралағы документ хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми порталында донъя күрҙе.
2019 йылдан һалым һалыуҙың яңы тәртибе Мәскәү ҡалаһында, Мәскәү өлкәһендә һәм Татарстанда ҡулланыла башлағайны. Киләһе йылдан иһә ул, Башҡортостандан тыш, Санкт-Петербургта, Ленинград, Воронеж, Волгоград, Ростов, Түбәнге Новгород, Һамар, Силәбе, Свердловск, Төмән, Новосибирск, Омск, Сахалин, Красноярск, Пермь крайҙарында, Ненец һәм Ямал-Ненец, Ханты-Манси автономиялы округтарында индерелә.
#ВладимирПутин
Фото: rg.ru
Автор: Лилия Давлетбакова. “Башҡортостан” гәзите
Читайте нас: