0 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 16:20

Башҡортостандың төп Шыршы байрамы башланыуға бер нисә сәғәт ваҡыт ҡалды

Иртәгә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында республика Шыршы байрамы үтә. Унда ҡатнашасаҡ 870 балаға махсус яңы йыл бүләге әҙерләгәндәр

Иртәгә “Башҡортостан” Дәүләт концерт залында республика Шыршы байрамы үтә. Унда ҡатнашасаҡ 870 балаға махсус яңы йыл бүләге әҙерләгәндәр.
Байрамға республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан тик “бишле”гә генә өлгәшеүселәр, төрлө фәндәрҙән олипиадаларҙа, спорт ярыштарында еңеүселәр, ижади үҙешмәкәр февтивалдәр лауреаттары, Ватан алдында хеҙмәтен үтәгән ваҡытта һәләк булған хәрбиҙәрҙең һәм эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәренең балалары, хәрби хәрәкәттәр барышында вафат булыусыларҙың балалары, шулай аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫеүсе, мөмкинлектәре сикләнгән балалар йыйыла. Бөтәһе 8-15 йәшлек 870 бала Башҡортостандың иң төп Шыршы байрамына тамаша ҡыласаҡ.
Алыҫ райондарҙан килеүсе уҡыусыларҙы бөгөн “Йәшел сауҡалыҡ” шифаханаһында урынлаштыралар. Ә иртәгә иһә балаларҙы “Ҡыш бабайҙың мөғжизәле циркы!” яңы йыл тамашаһы көтә. Унда һәр балаға яңы йыл бүләген тапшырасаҡтар. Бүләккә биштәр, йомшаҡ уйынсыҡ, татлы приз һәм “Әкиәттәр аҡланы” китабынан ғибәрәт, тип хәбәр итте Мәғариф министрлығы.
Фото https://eng.ufacity.info/ сайтынан
Читайте нас в