-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 11:35

Өфөнөң урамына Даян Мурзиндың исеме бирелә

Өфөнөң «Башҡортостан сәскәләре»ндәге урамға «ҡара генерал» Даян Мурзиндың исеме бирелә

Өфөнөң Киров районында Даян Мурзин исемендәге урам барлыҡҡа килә. Ҡарар бөгөн ҡала Советы ултырышында ҡабул ителде.
Ҡала урамдарының береһенә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исемен бирергә Өфөнән Андрей Бабин тәҡдим иткән. Ул — ҡала Советының «Өфө урамдары» конкурсы еңеүселәренең береһе. Конкурсҡа йомғаҡ быйыл апрель айында яһалған.
«Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ районындағы урамға Даян Мурзиндың исеме бирелә, тип хәбәр итә ҡала Советының матбуғат хеҙмәте. Бынан тыш, унда Әнғәм Атнабаев, Академик Сөләймәнов, Автомобиль һәм Экология урамдары була.
Шулай уҡ Киров районында — Хәбир Ғәлимов, Дим биҫтәһендә Төҙөүсе Самарин урамы барлыҡҡа килә.
Белешмә:
Даян Мурзин (1921-2012) — билдәле «ҡара генерал», иҫән сағында легендаға әүерелгән кеше, уның исеме генә лә дошмандарҙың ҡотон алған. Гитлер уны үҙенең дошманы тип иғлан иткән һәм уны тотҡан өсөн өс миллион рейхсмарка вәғәҙәләгән. Даян Мурзин Ҡыҙыл байраҡ (ике тапҡыр), I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (ике тапҡыр) ордены, I һәм II дәрәжә «Ватан һуғышы партизанына» миҙалы һәм башҡа бик күп наградалар менән бүләкләнгән. Даян Мурзин — Чехословакияның милли геройы, Чехияның һәм Словакияның 15 ҡалаһының почетлы гражданы. Словакияның Злин ҡалаһының үҙәк майҙаны һәм бер урамы майор Мурзиндың исемен йөрөтә. 1999 йылда ҡала Советы Даян Мурзинға «Өфө ҡалаһының почетлы гражданы» исемен бирҙе.
Читайте нас в