+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Декабрь 2019, 12:35

Ваҡыт бик аҙ ҡалды!!!

Һанаулы ғына көндәр ҡалды...

Яңы йылға ҙур бүләк – “Аманат” журналы!
Хөрмәтле ата-әсәләр, олатай-өләсәйҙәр! Балаларығыҙға Яңы йыл байрамына ниндәй бүләк һайларға икән тип, башығыҙҙы ҡатырып йөрөмәгеҙ, тура почта бүлексәләренә юл тотоғоҙ – уларға “Аманат” бүләк итегеҙ! Үҫмерҙәрҙең күңеленә нур сәсеүсе, аң-белем таратыусы "Аманат" журналын ярты йыл буйы уҡып, балаларығыҙ үҙҙәренә рухи хазина туплар, әҙәп-әхләҡ, әҙәби ижад ҡағиҙәләрен өйрәнер.
Дуҫтар, туғандар, милләттәштәр! Әгәр ҙә һеҙ башҡорт рухлы һәм Башҡортостанығыҙҙы һәм үҙ телегеҙҙе яратаһығыҙ икән, үҫмерҙәр өсөн тәғәйенләнгән берҙән-бер журналға — "Аманат"ҡа яҙылырға онотмағыҙ!
Журналдың индексы: П2706; Ярты йылға яҙылыу: 350 һум 28 тин.
Хөрмәтле төркөмдәштәр! 90 йәшлек "Аманат"тың яҙмышына битараф булмаған кешеләрҙе күп балалы, мохтаж, балаларҙы ҡарауға алған ғаиләләргә, балалар йорттарына, мәктәп китапханаларына “Аманат”ты яҙҙырыуҙа ҡушылырға саҡырабыҙ.
"Яҙыл да бүләк от!" уйынына ла шул уҡ яҙылыу квитанцияһын һәм журналдағы купонды тултырып ебәреп, велосипед, планшет, телефон йәки башҡа ҡиммәтле бүләктәргә эйә булыу бәхетен һынап ҡарай алаһығыҙ.
Дуҫтар! Ваҡыт бик тар! Бүләкле булайым тиһәгеҙ, почта бүлексәһенә йүгерегеҙ, йәки өйҙән сыҡмайса ғына https://podpiska.pochta.ru/press/П2706 һылтанмаһы буйынса онлайн режимда яҙылығыҙ!
“Аманат” журналына 2020 йылдың беренсе яртыһына яҙылыуға һанаулы ғына көндәр ҡалды!!!
Читайте нас: