Улар билдәләүенсә, Владимир Путиндың Кремлдәге, шулай уҡ Яңы Огаревола урынлашҡан рәсми резиденцияһындағы компьютерҙарына ла “Windows”тың яңыртылмай торған версияһы ҡуйылған. Ике компьютерҙағы фонда Кремль башняһы сағыла. Журналистар әйтеүенсә, “Microsoft” компанияһы Windows XP һәм 2003 йылғы Office өсөн хәүефһеҙлек сараларын даими яңыртыуҙы 2014 йылдың апрелендә туҡтатты. Ойошманың сайтында бындай компьютерҙарға хәүеф һәм вирустар янауы тураһында иҫкәртеү бирелгән.