Йылайыр районының Анновка ауылында "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә яңы фельдшер-акушер пункты асылды.
Тиҙ арала төҙөлгән был медпункт бәләкәй өс ауылды хеҙмәтләндерәсәк.
Шулай уҡ ФАП «Земство фельдшеры» программаһында ла ҡатнаша - халыҡты йәш белгес Гөлфиә Аҡҡужина ҡабул итәсәк.
Яңылыҡ авторы: Баныу Ҡаһарманова