Бөрйән районының иң матур ауылдарының береһе, Белорет сиген үткәс тә тәүге ауыл –Мәһәҙей ауылы мәктәбендә кисә, 19 декабрь, "Аманат" журналының баш мөхәррире Сәлмән Ярмуллин менән бик матур, күңелле осрашыу булды. Уҡыусылар күңелендә йылы, мәңге онотолмаҫ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Әйткәндәй, мәһәҙейҙәр журналға күпләп яҙылған булыуы ҡыуандыра. Афарин!!!