-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Декабрь 2019, 11:20

“Мәғариф” милли проектының өҫтөнлөктәрен баймаҡтар үҙ миҫалында татый

Баймаҡ районының мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа һиҙелерлек уңыштарға өлгәште.

Баймаҡ районының мәғариф системаһы һуңғы йылдарҙа мәктәптәрҙе заманса уҡытыу ҡорамалдары менән йыһазландырыу, электрон белем биреү мөмкинлектәрен ғәмәлдә ҡулланыу, матди-техник базаны яҡшыртыу йәһәтенән һиҙелерлек уңыштарға өлгәште. Был тәңгәлдә, әлбиттә, ил Президентының "май" указы менән раҫланған “Мәғариф” милли проекты ла киң юлдар аса.
Әлеге ваҡытта райондың дүрт ауылы – Темәс, Йомаш, Беренсе Төркмән һәм Урғаҙа мәктәптәре “Үҫеш нөктәһе” белем биреү үҙәге булараҡ эшләй.
– Был мәктәптәрҙең барыһы ла проект талаптарына ярашлы йыһазландырылды, әлеге маҡсатта бер миллион 600 мең һумға торошло заманса ҡорамалдар алынды, – тип һөйләй Баймаҡ районы мәғариф бүлегенең баш белгесе Зәйнулла Сиражетдинов. – “Үҫеш нөктәһе” булараҡ, тап ошо ауыл мәктәптәре юҡҡа һайланманы: улар райондың төрлө мөйөшөндә урынлашҡан һәм был тотош төбәк уҡыусыларына заманса шарттарҙа шөғөлләнеү мөмкинлеге бирә. Киләһе йылда тағы ике мәктәп әлеге башланғысҡа ҡушыласаҡ: Баймаҡ ҡалаһының 1-се һәм 3-сө мәктәптәрендә лә белем биреү үҙәге булдырырға иҫәп тотабыҙ.
“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә бойомға ашырылған “Һанлы белем биреү мөхите” төбәк проекты ла яңы мөмкинлектәргә юл асҡан. Ошо башланғысҡа ярашлы ҡаланың 4-се лицейына ике миллион һумға торошло заманса ҡорамалдар ҡайтарылған. “Иң һуңғы техника талаптарына яуап биргән информатика кабинетында шөғөлләнеү беҙгә ныҡ оҡшай”, – ти уҡыусылар.
Шулай уҡ яҡын арала был белем усағында теш табибы кабинеты эш башлаясаҡ. Быйыл республика мәктәптәрендә ғәмәлгә ашырыла башлаған "Сәләмәт йылмайыу" проектына ярашлы алып барылған ремонт эштәре тулыһынса тамамланған, кәрәкле ҡорамалдар ҡайтарылған. Тиҙҙән Баймаҡ уҡыусылары лицейҙың үҙендә генә теш дауалатыу, профилактика үҙенсәлектәре менән танышыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ.
– “Мәғариф” милли проектының өҫтөнлөктәрен үҙ миҫалыбыҙҙа татыу, уның сиктәрендә булдырылған мөмкинлектәр менән файҙаланыу яңы уңыштарға, ҡаҙаныштарға дәртләндерә. Райондың барлыҡ мәктәптәре лә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Һәр мәктәптең һәр уҡытыусыһы электрон журнал менән эш итә, әле электрон картаға күсеү процесы бара. Күреүегеҙсә, бер урында тапанмайбыҙ, алға ҡарап йәшәйбеҙ һәм эшләйбеҙ, – тип һығымта яһаны баш белгес Зәйнулла Ишбулды улы.
Әйткәндәй, баймаҡтар ауыл мәктәптәрен йылы бәҙрәф менән тәьмин итеү бурысын да йөҙ процентҡа үтәгән.
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Баймаҡ районы хакимиәте сайтынан.
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: