+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 17:00

Игеҙәктәр тураһында иң йөкмәткеле мәҡәлә авторҙарын тәбрикләйбеҙ!

Дуҫтар! Бына тағы ла “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсына йомғаҡ яһарға ваҡыт етте.Үкенескә күрә, быйыл конкурста ҡатнашыусылар күп булмаһа ла, мәҡәләләр бик йөкмәткеле булды. Шулар араһынан ошо авторҙарҙы еңеүсе тип таптыҡ...

Дуҫтар! Бына тағы ла “Игеҙәктәр – ғаиләлә биҙәктәр” конкурсына йомғаҡ яһарға ваҡыт етте.
Үкенескә күрә, быйыл конкурста ҡатнашыусылар күп булмаһа ла, мәҡәләләр бик йөкмәткеле булды. Шулар араһынан ошо авторҙарҙы еңеүсе тип таптыҡ:
Алһыу КИНЙӘБУЛАТОВА. Күгәрсен районының Мораҡ ауылы (“Бер синыфта:дүрт+дүрт=һигеҙ=игеҙ”)
Нуралиә ХАЖИӘХМӘТОВА. Ғафури районының Ҡауарҙы ауылы (“Илсур менән Ильяс”)
Гөлфиә ХИСМӘТУЛЛИНА. Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылы (“Гөлдәр менән Дилбәр”).
Еңеүселәрҙең барыһы ла “Аманат”тың Рәхмәт кәлимәләре менән бүләкләнә. Афарин! Ҡотлайбыҙ!
Дуҫтар! Киләһе йылда конкурсты дауам итергәме, әллә юҡмы? Был һорауға яуапты тик һеҙ генә бирә алаһығыҙ. “Бәйләнештә” сайтындағы төркөмөбөҙҙә барған тауыш биреү һөҙөмтәһенә ҡарап, хәл итербеҙ.
Читайте нас: