-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
23 Декабрь 2019, 11:45

Милли проект: байрам алды марафоны асылды

“Мәҙәниәт" милли проекты республикабыҙҙың мәҙәни тормошона ысынлап та яңы һулыш өҫтәне.

“Мәҙәниәт" милли проекты республикабыҙҙың мәҙәни тормошона ысынлап та яңы һулыш өҫтәне. Уға ярашлы ойошторолған һәр сара, ғәмәл халыҡ мәнфәғәтен хәстәрләүгә йүнәлтелгән.
Милли проект бурыстарына нигеҙләнеп, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры Яңы йыл спектаклдәренең байрам алды марафонын асты. Артистар кескәй тамашасыларға халыҡ әкиәттәренә таянып сәхнәләштерелгән “Урманда Яңы йыл мажаралары” тип аталған әкиәт тәҡдим итте. Ҡуйыусы-режиссер - Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, республикабыҙҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов.
“Урманда Яңы йыл мажаралары” балалар өсөн ысынлап та бик мауыҡтырғыс булды. Улар артистар менән бергә Ҡыш бабай һәм Ҡарһылыуҙы саҡырҙы, аҙаҡ бергәләшеп фойела ҡуйылған урман һылыуҡайы шыршы янында бергәләшеп төрлө уйындар уйнаны, йырланы, бейене. Теләгәндәр төрлө әкиәт геройҙары, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу менән фотоға төштө.
Кескәй тамашасыларға Яңы йыл әкиәте ныҡ оҡшаны: кемдер үҙен ҡаршыларға килгән ата-әсәһенә тамаша тураһында хайран ҡалып һөйләргә тырышһа, икенселәре театрҙан ҡайтырға ашыҡманы. Яңы йылдың мөғжизәле минуттары бала-сағаны ғына түгел, ҡайһы осраҡта хатта ололарҙы ла ышандырып ҡуя шул...
Билдәле булыуынса, "Мәҙәниәт" милли проекты "Мәҙәни мөхит", "Ижади кешеләр", "Һанлы мәҙәниәт" федераль проекттарынан тора.
Фото Сибай театры сайтынан.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас: