+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 15:47

Өфөнөң сауҙа нөктәләрендә “снюс” һатыуҙы тулыһынса тыялар

Үткән аҙнала баш ҡаланың 10 сауҙа үҙәге буйлап рейд үткәрелде, шуларҙың 8-ндә никотинлы “шайба”лар һаман да һатылыуы асыҡланды. Тауар кәштәләрҙә булмаһа ла, уны барыбер һатҡандар. Әгәр ҙә һеҙ "снюс" һатыусы кибет тураһында белһәгеҙ, түбәндәге телефон буйынса шылтыратып хәбәр итегеҙ.

Башҡортостандың Сауҙа һәм файҙаланыусы хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре, граждандар хәбәр итеүе буйынса, ҡайҙа әле лә һатыуҙан “снюс”тарҙы алынмаған, шул сауҙа нөктәләрен тикшерҙе. Үткән аҙнала баш ҡаланың 10 сауҙа үҙәге буйлап рейд үткәрелде, шуларҙың 8-ндә никотинлы “шайба”лар һаман да һатылыуы асыҡланды. Тауар кәштәләрҙә булмаһа ла, уны барыбер һатҡандар.
“Был күренеш эшҡыуарҙарҙың Республика Башлығының фарманына илке-һалҡы ҡарауын күрһәтә. Тикшерелгән сауҙа нөктәләрен ҡабаттан энә күҙенән үткәргән саҡта, 8 нөктәнең икеһендә “снюс”тың һатыуҙан алынмауы асыҡланды. Эшҡыуарҙар менән һөйләшеү булды. Дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре был продукттың тулыһынса һатыуҙан алыныуына иреште” , - тип хәбәр иттеләр ведомствонан.
Әгәр ҙә һеҙ сауҙа нөктәләрендә “снюс” һатылыуын күрһәгеҙ, Дәүләт комитетына 8 (347) 218-09-87 телефоны буйынса шылтыратып хәбәр итә алаһығыҙ.
Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.
Читайте нас: