Киләһе йылға Башҡортостанда мейес яғып йылытылған бөтөн мәктәптәр ҙә йылытыу ҡаҙанлығы менән тәьмин ителәсәк, тип хәбәр итте Башҡортостан Республикаһының мәғариф министры Айбулат Хажин.
2020 йылға республика бюджетынан мәктәптәрҙә капиталь ремонтҡа, матди-техник базаны нығытыуға һәм энергия һаҡлауға бөтәһе 946,3 млн һум аҡса бүленә. Бынан тыш, федераль бюджеттан 105,5 млн һум ҡулланыласаҡ.
Әлеге ваҡытта төбәктең 18 мәктәбе мейес яғып йылытыла.
Был эштәр Рәсәй Федерацияһы Президентының Мөрәжәғәте сиктәрендә башҡарыла.
Фото интернет селтәренән асыҡ сығанаҡтан алынды.