-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 11:10

Владимир Путин Ҡырымды тоташтырған тимер юл күперен асты

Рәсәй Президенты поезд менән Керчтән Тамангә барҙы.

Рәсәй Президенты поезд менән Керчтән Тамангә барҙы. Тәүҙә ул машинист кабинаһында аҙаҡ вагондарҙың береһенә күсеп күперҙе төҙөгән, инженерҙар һәм эшселәр менән аралашты. Әйтергә кәрәк, Рәсәйҙәге һәм Европалағы иң оҙоно - Ҡырым күпере. Ҡырым менән Рәсәйҙе тоташтырған күпер автомобиль һәм тимер юлынан тора. Автомобиль хәрәкәте 2018 йыл май айында асылды. Ул ваҡыт Владимир Путин яңы күперҙән КамАЗ йөк автомобиле менән үткән ине. Хәҙер иһә пассажирҙар өсөн тимер юлы ла асылды. Йөк ташыусы поездар 2020 йылдың июнь айынан йөрөй башлаясаҡ тип хәбәр иттеләр.
Читайте нас: