+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Декабрь 2019, 12:30

Яңы йыл осоронда шартлатҡыстар менән һаҡ булырға кәңәш ителә

Ни өсөн петарда кеҫәлә ятҡан көйө шартлай? Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларға шартлатҡыстар менән ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләнеләр.

Ни өсөн петарда кеҫәлә ятҡан көйө шартлай? Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусыларға шартлатҡыстар менән ҡулланыу ҡағиҙәләре тураһында һөйләнеләр.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрлығы Башҡортостан мәктәптәрендә уҡыусылар менән осрашыуҙар үткәрә. Улар балаларға яңы йыл шартлатҡыстары менән ҡулланыу ҡағиҙәләре менән таныштыра.
“Ниндәй генә пиротехник ҡоролма булмаһын, иң тәүҙә уның ҡабындағы рекомендацияларҙы уҡып сығырға, тик шул ҡағиҙәләр буйынса ғына шартлатҡысты ҡулланырға мөмкин. Фитилгә ут төрткәс, мотлаҡ рәүештә унан бер нисә метр алыҫҡа китергә, йәки петарданы ситкә ташларға кәрәк”, - ти улар.
Ҡотҡарыусылар петардаларҙы ни өсөн кеҫәлә йөрөтөргә ярамағанлығы тураһында ла аңлата. Петарда йылы урында ятһа, айырыуса, ул кейемгә тейеп ышҡылһа, ул утһыҙ ҙа шартларға мөмкин. Әгәр был шартлатҡыс (петарда, фейерверк, һ.б.) ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында шартламай ҡалһа, кәмендә биш минут самаһы уға яҡын бармаҫҡа, арала кәмендә биш метр алыҫлыҡ булырға тейеш. Шулай уҡ тоҡанмаған петарда йәки фейерверкты ҡабаттан тоҡандырып маташмау хәйерле. Петарданы шешә эсенә тығып шартлатыу ауыр йәрәхәттәргә килтерә.
Читайте нас: